top of page

Башҡорт теле

Башҡорт теле — төрки телбашҡорт халҡының теле. Алтай телдәренең төрки тармағы ҡыпсаҡ төркөмөнөң волга буйы-ҡыпсаҡ төркөмсәһенә ҡарай. Төп диалекттары: көнсығыштөньяҡ-көнбайыш һәм көньяҡ.

Башҡорт теле Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булып тора[2]. Уның дәүләт теле булараҡ (урыҫ теле менән бер рәттән) юридик статусы тәү башлап Башревкомдың 1920 йылдың 24 мартындағы положениеһы менән билдәләнә[3]. Хәҙерге осорҙа был положение тәғлимәттәре Башҡортостан Республикаһы Конституцияһында нығытылған[4].

Башҡорт теле башланғыс һәм урта мәктәптә уҡыу-уҡытыу сараһы һәм өйрәнеү предметы булып тора, юғары уҡыу йорттарында гуманитар предметтарҙы уҡытыу сараһы итеп файҙаланыла һәм предмет булараҡ өйрәнелә. Башҡорт телендә уҡыу әсбаптары, нәфис һәм публицистик әҙәбиәт нәшер ителә, гәзит һәм журналдар сыға, телевидение һәм радио тапшырыуҙары алып барыла, театрҙар эшләй. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтыБашҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының гуманитар фәндәр бүлексәһе, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты телде ғилми өйрәнеү үҙәктәре булып тора.

Донъяла башҡорт телендә 1,2 млн кеше һөйләшә[1]. 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙә башҡорт телен 1 152 404 кеше белә, улар араһында: 977 484 башҡорт, 131 950 татар, 20 258 урыҫ, 6 276 сыуаш, 3 211 мари, 1 953 ҡаҙаҡ, 1 630 удмурт, 1 279 үзбәк һәм 8 363 башҡа милләт кешеһе[5].

БашҡортостандаСиләбеЫрымбурТөмәнСвердловскҠурғанҺамарҺарытау өлкәләрендә, Пермь крайындаТатарстандаУдмурт Республикаһында һ. б. таралған[6].

Башҡорт теле 2009 йылда, ЮНЕСКО тарафынан сығарылған "Донъяның хәүеф аҫтында булған телдәре атласы"на индерелеп, «көсһөҙ» статусы алғайны — «балаларҙың күпселеге үҙ телендә һөйләшә, әммә уны ҡулланыу даирәһе сикләнеүе ихтимал (мәҫәлән, бары тик көнкүрештә генә)»[7].

Телдең барлыҡҡа килеү тарихы

Телдең барлыҡҡа килеү тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡорт теленең тарихы дүрт дәүергә бүленә:

  • Урал-Алтай (боронғо ҡатлам, агглютинативлыҡ һәм алтай телдәренә хас башҡа һыҙаттар формалаша)

  • дөйөм төрки (төп һүҙ фонды, төп фонетик һәм бөтә төрки телдәр өсөн уртаҡ булған башҡа үҙенсәлектәр хасил була)

  • ҡыпсаҡ (ҡыпсаҡ төрки телдәренә хас фонетик, лексик һәм башҡа үҙенсәлектәр барлыҡҡа килә)

  • башҡорт теле үҙе[9].

Башҡорт теле ҡыпсаҡ төркөмөнә ҡараһа ла, уның болғар (сыуаш теле диалекттары), уғыҙ (төрөкмән телетөрөк теленең диалекттары) һәм себер (алтай, тыва, хакас, яҡут, боронғо төрки ҡомартҡылары теле) телдәренә хас үҙенсәлектәре бар. Башҡорт теленең апеллятив лексикаһында ротацизмлы һәм ламбдацизмлы һүҙҙәрҙән ҙур ҡатлам булыуы башҡорт теленең формалашыуында болғар компонентының әһәмиәте тураһындағы гипотезаның нигеҙенә ятты. А. В. Дыбоға ярашлы, башҡорт теле бер нисә тапҡыр ҡыпсаҡлаштырыуға дусар булған уғыҙ телдәренә инә.

Башҡорт теленең ҡайһы бер үҙенсәлекле айырмалыҡтары иран, фин-уғыр, монгол, тунгус-манжур һәм славян телдәре менән үҙ-ара тәьҫир итешеү һөҙөмтәһе булып тора. Башҡорттар ислам динен ҡабул иткәндән һуң башҡорт теле башҡа телдәрҙең һиҙелерлек йоғонтоһо аҫтына эләгә: ғәрәп һәм фарсы һүҙҙәренең күпләп инеүе телдең лексик һәм фонетик структураһын үҙгәртә. ХХ быуатта башҡорт-урыҫ ике теллелеге киңәйеү сәбәпле, телдең фонетикаһына яңы үҙгәрештәр инә.

1918 йылдың ғинуарында Башҡорт Хөкүмәте автономиялы идаралыҡ тураһындағы положение проектының айырым параграфында эске автономиялы идаралыҡта һәм судта башҡорт теле рәсми тел булыуын билдәләй. 1920 йылдың 24 мартында Башревком Башҡорт АССР-ы территорияһында башҡорт теленең дәүләт статусы тураһындағы положениены хуплай. Был ҡарар нигеҙендә Ревком пленумы 1920 йылдың 28 мартында республика биләмәһендә башҡорт һәм урыҫ телдәрен дәүләт телдәре итеп иғлан итә.

1921 йылдың 27 июнендә РКП (б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты ҡабул иткән резолюцияла башҡорт телен дәүләт теле тип таныу һәм бөтә уҡыу һәм хәрби-уҡыу йорттарына башҡорт телен мотлаҡ уҡытыуҙы индереү тураһында әйтелә. 1921 йылдың 1-4 июлендә Советтарҙың II Бөтөн башҡорт съезы була, ул башҡорт теленең республика территорияһында тулы хоҡуҡлы дәүләт теле булыуы тураһында иғлан итә. БашҮБК ҡарарына ярашлы, бөтә хөкүмәт декреттары һәм бойороҡтары ике дәүләт телендә (башҡорт һәм урыҫ) сығарылырға тейеш була

.

Башҡорт АССР-ының 1925 йылғы Конституцияһына ярашлы, «Башҡорт АССР-ында башҡорт һәм урыҫ телдәре рәсми тел булып тора»

Өйрәнеү тарихы

Х быуат башында Ибн Фаҙлан башҡорттарҙы төрки телле халыҡтар иҫәбенә индерә[26]Мәхмүт әл-Ҡашғари «Диуану лөғәт әт-төрк» тигән энциклопедик хеҙмәтендә (1073/1074 гг.) «төрки телдәрҙең үҙенсәлектәре тураһында» рубрикаһында башҡорттарҙы егерме «төп» төрки халыҡ иҫәбенә индерә. «Ә башҡорттарҙың теле, — тип яҙа ул, — ҡыпсаҡ, уғыҙ, ҡырғыҙ һәм башҡаларға бик яҡын, йәғни төрки»[27][28].

Швед тикшеренеүсеһе Ф. И. Страленберг үҙенең 1730 йылда немец телендә Стокгольмда сыҡҡан «Ярымтөн-көнсығыш Европа һәм Азияның тарихи һәм географик тауисирламаһы» китабында 32 телдән алынған мәғлүмәт менән бер рәттән башҡорт теленән миҫалдар килтерә һәм башҡорт, ҡырым, ҡырғыҙ, үзбәк һәм төркмән татарҙары телдәре берҙәм диалект тәшкил итә тип билдәләп үтә. Башҡорт теле буйынса мәғлүмәттәрҙе шулай уҡ И. Г. ГеоргиИ. И. Лепёхин һәм П. И. Рычков яҙып ҡалдыралар[29].

Миндийәр Биксуриндың «Һүҙҙәрҙең башҡорт теленә тәржемәһе» тигән ҡулъяҙмаһы башҡорт теленең тәүге һүҙлеге тип һанала, ул 1781 йылда төҙөлгән[30]. М. Биксурин, Д. Н. Соколов һәм П. Учадамцев менән төҙөлгән бер нисә ҡулъяҙма һүҙлек П. С. Палластың «Батша ярҙамсыһы тарафынан йыйылған бөтә телдәр һәм һөйләштәрҙең сағыштырма һүҙлектәре» (рус. «Сравнительные словари всех языков и наречий, собранные десницей Всевысочайшей особы императрицы Екатерины II»; Санкт-Петербург, 1787—1789) китабына ингән[29].

1842 йылда М. И. Ивановтың «Татарская грамматика»һы һәм «Татарская хрестоматия» әҙәби йыйынтығы (һүҙлекһеҙ) донъя күрә. Иванов йәнле һөйләш телен әҙәби китап теленән айырып ҡарай, мәҫәлән, уның хрестоматияһы ике өлөштән тора: беренсе өлөшөндә — татарҙарҙың, башҡорттарҙың һәм ҡаҙаҡтарҙың йәнле һөйләш өлгөләре; икенсе өлөшө китап теле өлгөләренән тора[31].

1859 һәм 1869 йылдарҙа М. М. Биксуриндың «Начальное руководство к изучению арабского, персидского и татарского языков с наречиями бухарцев, башкир, киргизов ..» тигән хеҙмәте баҫылып сыға. Ҡулланмала ғәрәп, фарсы һәм татар телдәрендәге яҙмаларҙы уҡыуҙың төп ҡағиҙәләре бирелә. Татар (йәғни төрки[31]) теленә Мирсәлих Биксурин, М. Иванов һәм С. Күкләшев кеүек үк, ырымбур татар, башҡорт һәм ҡаҙаҡ «һөйләштәрен» индерә һәм уҡыр өсөн уларҙан миҫалдар килтерә. Башҡорт өлгөһө итеп «Батыр бадшаның хикәйәте» бирелә, ул тәү башлап ғәрәп графикаһында М. И. Ивановтың хрестоматияһында донъя күрә.

1859 йылда С. Б. Күкләшевтең «Диван-и хикәйәт-и татар» тигән китабы баҫыла. Баш һүҙендә автор былай тип яҙа: «Төрөк һәм татар ҡәбиләләре һөйләшкән һәм яҙған бөтә телдәр „төрки, төрки тел“ тигән дөйөм атама аҫтында билдәле». «Төрки тел», С. Күкләшев буйынса, өс айырым төркөмдән — төрөк, сығатай һәм татар төркөмдәренән тора. Күкләшев һуңғыһына татар, ҡаҙаҡ (ҡырғыҙ), башҡорт, нуғай, ҡумыҡ, ҡарасәй (ҡорағай), ҡарағалпаҡ һәм мишәр һөйләштәрен индерә.

1892 йылда башҡорттар өсөн урыҫ алфавиты нигеҙендә беренсе әлифба нәшер ителә, артабан ул 1898 һәм 1908 йылдарҙа ҡабат баҫыла. XIX—XX быуаттар сигендә шулай уҡ В. В. Катаринскийҙың («Краткий русско-башкирский словарь», 1893; «Башкирско-русский словарь», 1899), А. Г. Бессоновтың («Букварь для башкир», 1907), Н. Ф. Катановтың («Азбука для башкирского языка»), М. А. Ҡулаевтың «Өн әйтелеше нигеҙҙәре һәм башҡорттар өсөн әлифба» («Основы звукоподражания и азбука для башкир», 1912) һәм башҡа хеҙмәттәр баҫылып сыға[31].

Башҡортостан Республикаһында әлеге ваҡытта башҡорт теленең күп томлы академик аңлатмалы һүҙлеге төҙөлә. 2012 йылға 2 томы сыҡты. Бөтәһе 11 том нәшер итеү ҡарала. Был һүҙлек башҡорт лексикографияһында беренсе аңлатмалы-тәржемәле һүҙлек булып тора

Яҙма

Башҡорт ҡәбиләләре әүәлге замандарҙа боронғо төрки рун яҙмаһын ҡулланған. Ислам ҡабул иткәндән һуң (X быуатта башланып, бер нисә быуат дауам итә) башҡорттар ғәрәп яҙмаһын ҡуллана. Был яҙма нигеҙендә төрки тигән яҙма-әҙәби тел һәм уның урал-волга буйы төрки теле (иҫке төрки) тигән төбәк варианты хасил була, уны XIII быуаттан XX быуатҡа тиклем ҡулланалар[16][32][33].

XIX быуат уртаһынан алып милли башҡорт яҙмаһы формалаша, уның әүҙем дәүере 1917—1923 йылдарға тура килә. 1923 йылда ғәрәп яҙмаһы нигеҙендә барлыҡҡа килгән алфавит раҫлана. 1929 йылда латиницалағы башҡорт алфавиты (яңалиф) барлыҡҡа килә. 1940 йылда кириллица нигеҙендәге алфавит индерелә. Башҡорт теленең хәҙерге заман алфавиты 42 хәрефтән тора. Урыҫ теле менән уртаҡ 33 хәрефтән башҡа башҡорт телендә булған өндәрҙе билдәләү өсөн йәнә 9 махсус хәреф ҡабул ителгән.

Башҡорт алфавиты

А аБ бВ вГ гҒ ғД дҘ ҙЕ е

Ё ёЖ жЗ зИ иЙ йК кҠ ҡЛ л

М мН нҢ ңО оӨ өП пР рС с

Ҫ ҫТ тУ уҮ үФ фХ хҺ һЦ ц

Ч чШ шЩ щЪ ъЫ ыЬ ьЭ эӘ ә

Ю юЯ я

Алфавит кириллицала нигеҙләнгән, 9 өҫтәмә символ махсус өндәрҙе белдерә: тел арты шартлаулы Ғғ [ɢ], Ҡҡ [q], теш араһы ышҡыулы Ҙҙ [ð], Ҫҫ [θ], аңҡау танау Ңң [ŋ], фарингаль Һһ [h]; алғы рәт нәҙек һуҙынҡылары: асыҡ Әә [æ], иренләшкән Өө [ø], Үү [ʏ].

Хәҙерге заман башҡорт яҙмаһы фонетиклашҡан һәм эҙмә-эҙлекле рәүештә ирен (о/ө) һәм рәт гармонияһын сағылдыра.

bottom of page