top of page

Эссе

Мин – уҡытыусы

“Балаларҙы үҙегеҙҙең заманығыҙҙан башҡа заман өсөн

уҡытығыҙ, сөнки улар һеҙҙең заманығыҙҙан башҡа бер

заманда йәшәү өсөн донъяға килгәндәр”.

Р.Фәхретдин “Әҙәби тәғлим”

Ниндәй тәрән мәғәнәгә эйә һүҙҙәр! Был талапты тормошҡа ашырыу өсөн мин ни эшләй алам?

Уйҙар, уйҙар ... Яуап эҙләп, китап кәштәһе янына киләм. Китаптарҙың  әле береһен, әле икенсеһен ҡулыма алам. Башҡорт халҡының һүнмәҫ йондоҙҙары: Һ.Дәүләтшина, З.Биишева, Ш.Бабич, Р.Ғарипов, Н.Мусин, Н.Нәжми, М.Кәрим һәм башҡалар; мәңгелек ҡомартҡы “Урал батыр” эпосы, әкиәттәр, ҡобайырҙар, халыҡ йырҙары. Былар барыһы ла тәрбиә “бишеге”. Замандың юғары әхлаҡлы, илен, телен яратҡан, халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм динен белгән уҡыусы тәрбиәләүҙең шишмә башы улар.

Эйе, әҫәрҙәрҙә халҡым яҙмышы, халҡым тарихы. Тамырҙарын белгән уҡыусы заман елдәрендә аҙашмаҫ!

Ә уҡыусыла был сифаттарҙы тәрбиәләү – минең төп бурысым. Эйе, эйе... Мин бит – Уҡытыусы. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Мөғәллимә ул - заман һулышын тойоп йәшәүсе. Заманса мәғлүмәти технологияларҙы үҙләштереү, методик яҡтан камиллашыу – көн талабы.

Ә был кәштәлә минең педагогик эшсәнлегемдәге Ярҙамсылар: Р.Ғ.Аҙнағолов, Х.А.Толомбаев, Ф.Ғ.Хисаметдинова, З.М.Ғәбитова хеҙмәттәре. Күпме гәзит-журнал ?!

Уҡытыусылыҡ эшемде камиллаштырыусы дуҫтарым, остаздарым, киләсәк заман өсөн уҡыусы тәрбиәләүселәр. Күңелемдә ғорурлыҡ хисе.

Шатлыҡлы уйҙар өйөрмәһе мине үткәндәргә алып китә...

Бишек йырҙарын, башҡорт халыҡ әкиәттәрен тыңлап үҫкән ҡыҙ мин. Әсәйем балаҫ ҡаға, өләсәйем ҡыҙыл эремсек, ҡорот яһай, ҡаҙылыҡ тултыра, тәмле-тәмле ҡабартмалар бешерә, атайым бал ҡорттары янында. Башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәре һаҡланған дуҫ-татыу ғаиләлә тәрбиәләндем.

Мин – башҡорт ҡыҙы, ҙур-ҙур гөлләмәләр тотоп, татар мәктәбенә юл алдым. Мәктәп йылдары – иң мауыҡтырғыс, кеше тормошонда дөрөҫ юл һайларға ярҙам итеүсе ғәжәйеп бер миҙгел.

Татар теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә мин үҙемде сихри бер донъяла итеп хис иттем. Башҡортостан тарихы, әҙәбиәте, мәҙәниәте дәрестәре... Мөғжизәләр иле. Ике халыҡтың әҙәбиәтенә, тарихына, мәҙәниәтенә ғашиҡ инем.

Олимпиадалар, кисәләр, конференциялар... Еңеүҙәр, призлы урындар... Һәммәһе – телдең бөйөклөгөн, мөһимлеген тәрәнерәк аңларға ярҙам итеүселәр. Әҙәбиәткә һөйөү Башҡорт дәүләт педагогия университетына алып килде. Мин – студент! Мин – буласаҡ тел уҡытыусыһы! Мин – бәхетле!

Мауыҡтырғыс студент йылдары, мәңге хәтерҙән юйылмаҫ миҙгелдәр... Ҡулымда диплом. Эльнара атлы башҡорт ҡыҙы – татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

3-сө мәктәп-гимназияһы. Беренсе дәрес. Уңыштар, уңышһыҙлыҡтар. Үҙеңде табырға ынтылыуҙар...

...Ниңәлер йән әрней, йөрәк һыҡрай. Бәй, унда (йөрәктә) әсәйемдең күкрәк һөтө менән һеңгән башҡорт ҡаны “баш ҡалҡыта” бит! Башҡорт моңо, теле күңелемде биләп алды. Бәләкәйҙән алған милли тәрбиә һис юйылмай икән! Милли тойғо минең күҙҙәремде асты: ҡаным аша бирелгән туған телемде, әсәй, өләсәйҙән алған ғөрөф-ғәҙәттәрҙе уҡыусыларыма ла еткергем килде. Маҡсатыма ирештем: икенсе юғары белем алып, бына инде 18 йыл башҡорт теле һәм әҙәбиәте серҙәрен уҡыусыларыма асам, балаларға халҡымдың әхлаҡ нигеҙҙәрен төшөндөрәм.

Уйҙар, уйҙар ...

Мин – Уҡытыусы!

Беренсе аҙымдар, шатланыуҙар, күҙ йәштәре...

Ә уҡытыусы ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш? Уҡыусыларҙың күңеленә нисек асҡыс табырмын? Туған телгә ҡарата ни рәүешле ҡыҙыҡһыныу уятырмын? Ата-әсәләрҙең йөрәгенә юлды ҡайҙан башлармын?

...Һорауҙар, һорауҙар.

Әммә шуны яҡшы асыҡ аңлайым: туған тел уҡытыусыһы – уҡыусы күңеленә иң тура юл ярыусы, уның хыялдарына ҡанат ҡуйыусы, сабыйҙарҙың психологияһын яҡшы белеүсе, төплө белемле шәхес. Ғөмүмән, ул – маяҡ.

Хыялдар изге. Әммә хыял бер нәмә, ә эш – бөтөнләй башҡаса икән. Алға-гөлгә мансылған күҙлек тәүге дәрестәрҙә үк селпәрәмә килде.

Дәрес. Үҙем таҡта янында, балалар – парта артында, ә уртала – шаршау. Ҡәнәғәтһеҙлек хисе... Уҡыусыларымдың күҙҙәре... Улар аҫҡа эйелгән. Яратманылар, оҡшатманылар...

Остазым янында баҫып торам. Күңелемдә өмөт сатҡыһы... Йыуата, дәртләндерә, шикләнеүҙәремә кәртә ҡуя. Уның: “Эльнара, уйлан, эҙлән, уҡыусыларҙың күңеленә юл ас, уларҙың күҙҙәрен күрергә өйрән”, - тигән һүҙҙәре әле лә ҡолаҡ төптәрендә сыңлай... Уҡытыусыма рәхмәтлемен.

Ә хәҙер үҙем – остаз. Эҙләнеүҙәр, табыштар. Артҡа әйләнеп ҡарайым да күпме эштәр башҡарылған?!!

Бәйгеләр, “Йыл уҡытыусыһы – 2015”, конференциялар, Маҡтау ҡағыҙҙары, дипломдар, рәхмәт һүҙҙәре.

Һәр ҡайһыһы  педагогик эшсәнлегемде камиллаштырыу саралары. Күпме тырышлыҡ, көс һалдым. Береһе лә еңел бирелмәне.

Эй, уйҙар, уйҙар! Һеҙ мине тағы үткәндәргә алып китәһегеҙ.

Мин бит был һөнәргә кемдеңдер кәңәше менән килмәнем, балаларҙы халҡымдың рухи ҡиммәттәре нигеҙендә тәрбиәләү, телгә ҡарата һөйөү хисе уятыу тигән уй-ниәттәр менән ҡабат, инде уҡытыусы булып, белем усағы ишеген астым.

Мин шат, уҡыусыларым дәрестә күҙемә ҡарап ултыралар. Дәрестәр бөткәс, һәр дәресте күҙ алдымдан үткәреп анализлайым. Тик барыбер нимәлер етмәй, уҡыусыларымдың һораулы ҡараштары күҙ алдымдан китмәй. Мин уйға сумам. Эҙләнергә, уҡырға, методиканы камилләштерергә кәрәк!

Ниндәй генә алымдар ҡулланмайым!? (уйын дәрестәр, һүрәттәр, карточкалар, компьютер)

Һаман нимәлер етмәй...

Мәктәп йылдарында текст өҫтөндә янып-көйөп эшләүҙәр иҫкә төштө. Бына бит табыш! Ғалимдарҙың “Текст өҫтөндә эшләү алымдары” тигән хеҙмәттәрен өйрәндем. Табылды бит эшемдәге бик-бик ҡәҙерле нәмә! Балаларҙың тел, әҙәбиәткә булған ҡыҙыҡһыныуы артты, күҙҙәрендә - осҡон. Йоҡлаған йөрәктәр уянды. Текст өҫтөндә эшләү – йәнде хәрәкәткә килтереүсе алым. Уҡыусыларҙың йөҙҙәрендә нур! Йөрәктәрҙә ялҡын, дәрт, илһам!

Шулай итеп минең алдымда мәғариф тигән икһеҙ-сикһеҙ киң даръя.

Уҡытыусы белем генә биреп ҡалмай, ә милләт киләсәген хәл итеүсе яуаплы, әхлаҡлы кеше тәрбиәләй. Кеше ни тиклем ғилемле булһа ла, түбән әхлаҡлы булһа, унан йәмғиәткә, кешеләргә файҙа юҡ. Минең педагогик кредо – юғары әхлаҡлы, иманлы, белемле, ижади фекерләүсе, милли үҙаңы үҫкән толерант шәхес тәрбиәләү. Ҙур ғорурлыҡ менән әйтә алам: һәр ҡайһыһы үҙ юлын тапты, милли тәрбиә ҡыҫаларында тәрбиәләнгән бер генә уҡыусым да  енәйәт юлына баҫманы (Тфү. Күҙ теймәһен ).

Был бит уҡытыусының хеҙмәт емеше, ғорурлығы.

Эйе, яҙыусы-шағирҙарҙың һәр бер әҫәрен тәрән өйрәнеп, ижади фекерләүсе, кешенең эске донъяһын аңлай белеүсе, бөгөнгө ауыр һәм ҡатлаулы тормош лабиринтында юғалып ҡалмаҫтай, милләте менән сикһеҙ ғорурланыусы, үҙ теленә мөкиббән булыусы уҡыусы тәрбиәләй алыуым менән мин бик бәхетле. Туған телде ситкә типкән заманда шундай балалар булыуы ҙур ҡыуаныс. Улар милләт киләсәге.

Ғорурлыҡ хисе менән: “Мин – Уҡытыусы”, - тип әйтә алам. Вазифалар, бурыстар... Улар бик күп. Уҡыусыларҙың серҙәше, ауыр саҡта ҡул һуҙыусы иптәш, кәрәк саҡта баштарынан һыйпап йыуатыусы, эш боҙғанда хатаһын табырға юл күрһәтеүсе була алыу – уҡытыусылыҡ эшемдең төп бурыстары.

Ата-әсә, хеҙмәттәштәр кәңәшкә ашыға. Серләшеүҙәр, кәңәшләшеүҙәр – һин уҡыусыңдың ата-әсәһе  менән бер һулышта булыу ул. Был – уҡытыусының ҙур бәхете, эшендә дөрөҫ юл билдәләре.

XXI быуат – компьютер заманы, тибеҙ. Уны ҡулланыу – бик тә кәрәк, мөһим эш. Ә тел уҡытыусыһы булараҡ, мин һүҙ көсөнөң тәьҫиренә ныҡ ышанам.

Дәрестә биргән белем менән генә сикләнгән уҡытыусыны тулы көсөнә эшләй ала тип әйтеүе ауыр. Ана, түңәрәктәрҙә балалар нисек янып-көйөп эшләйҙәр: берәүҙәр тыуған яҡтың бай тарихын, мәҙәниәтен өйрәнһә, икенселәре сценарий төҙөй, шиғырҙарына анализ яһай, бер-береһенә кәңәш бирә. Күңелдә шатлыҡ. Һинең эргәңдә, бал ҡорттары кеүек гөж килеп, туған телен һөйөүселәр ҡайнаша. Улар тел һәм хеҙмәт тәмен белеп йәшәйҙәр. Мин – ысын уҡытыусы. Эш хаҡының түбән булыуы, уҡытыусыға ихтирам юҡ, тигән һүҙҙәр мине ҡурҡытмай. Бар көсөңдө, булдыҡлылығыңды яратҡан һөнәреңә бағышла, балаларҙың рухи донъяһын яҡтырт, ғаиләңде хәстәрлә, иреңде хөрмәтлә, ата-әсәңде ихтирам күрһәт, Кешем. Бәхет атлап түгел, йүгереп килер!!!

Уҡытыусы тигән бөйөк исемде һәр бер кеше йөрөтә алмай шул.

Минеңсә, уның өсөн тәбиғәт биргән ҙур илаһи көс, сабырлыҡ, зирәклек, аҡыл тәрәнлеге, өмөт, ышаныс ныҡлығы, иман кәрәк. Шул сифаттар миңә бирелеүенә сикһеҙ шатмын. Үҙемдең тырышлығым, балаларҙың ихтирамы, һөйөүе, ата-әсәләрҙең хөрмәте Уҡытыусы исеменә лайыҡ булыуымды дәлилләй, ҡанат ҡуя.

Тәрбиәләнеүселәр йәмғиәттә үҙ урындарын табып, юғары ҡаҙаныштарға эйә булһалар, был уҡытыусы өсөн ҙур баһа.

Мин – уҡытыусы. Мин – остаз. Мин – шатлыҡ йортонда режиссер. Мин – әсә. Мин – күркәм холоҡло ҡатын. Милләтемдең, телемдең йәшәйешен дауам иттереүсе, йәш быуынға шул эстафетаны тапшырыусы. Был – маҡтаныу түгел, ә йәшәү рәүеше. Ябай уҡытыусының – йәшәү рәүеше, ғорурлыҡ хисе!

Эссе | Газизова Эльнара Зифовна | Республика Башкортостан
bottom of page